Шифаханаға QR-код менән. Республика санаторийҙарында яңы сикләү саралары индерелә. Тиҙҙән Башҡортостан курорттарына барыу өсөн коронавирустан вакцина тураһында сертификат кәрәк була. Асҡын районындағы "Танып" шифаханаһы сикләүҙәргә әҙер. Коллективта эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла прививка яһатҡан. Шифахана етәксеһе урынбаҫары Илшат Шәймиев:
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтШифаханала дауаланыусылар 1 декабрҙән вакциналау сертификаты алып килергә тейеш. Ошо көндән башлап ҡунаҡханаға урынлашҡанда ла QR-код талап ителә.