Красный Луч мәктәптәренең береһенә Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәновтың исеме бирелеүе ихтимал

     Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһы мәктәптәренең береһенә Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәновтың исеме бирелеүе ихтимал. Был турала Донбасҡа илһөйәрлек рейды барышында билдәле булды. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яу юлы буйлап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре һәм тормош хәүефһеҙлеге дәресе уҡытыусылары үтте. Сафа Хәсәновтың батырлығы тураһында һәр кем белергә тейеш, тип иҫәпләй Башҡортостан Милли музейы етәксеһе Альбина Ярмуллина:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

    Красный Луч ҡалаһындағы урамдарҙың береһе Сафа Хәсәнов исемен йөрөтә. Красный Луч ҡалаһы хакимиәте башлығы Анатолий Рыбалченко әйтеүенсә, мәктәпкә лә ҡаһармандың исемен биреү тәҡдиме өйрәнелә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

     Луганск ерендә әле лә тыныс түгел. Башҡортостан вәкилдәренең илһөйәрлек рейды көслө рухлы халыҡҡа теләктәшлек билдәһе. Тарихҡа хөрмәт,  батыр яҡташтарыбыҙҙың рухын ололау киләсәккә үҫеш маяғы ла, ти сәфәрҙә ҡатнашыусылар.