Башҡортостан “Рәсәй – спорт державаһы” форумын үткәреү урыны булыуы ихтимал. Бөгөн Өфөгә илдең Спорт министры Олег Матыцин килде. Ул спорт һәм физик культура буйынса күсмә кәңәшмәлә ҡатнашты. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, Башҡортостан халыҡ-ара форумда даими ҡатнашып килә. Ике йыл элек беҙҙең республика “Рәсәй төбәге” номинацияһында еңеү яуланы. 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығы билдәләнә. Спорт йыйынын юбилей сиктәрендә үткәрергә мөмкин, тине Андрей Назаров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Башҡортостандың ҙур сараларҙы ойоштороу тәжрибәһе ҙур. Республика һәр ваҡыт Рәсәй спорт министрлығының ярҙамына таяна ала”, - тине Олег Матыцин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт