Бөгөн Өфөгә илдең Спорт министры Олег Матыцин килде. Ул спорт һәм физик культура буйынса күсмә кәңәшмәлә ҡатнашты. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, Башҡортостан халыҡ-ара форумда даими ҡатнаша. Ике йыл элек республика «Рәсәй төбәге» номинацияһында еңеү яуланы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт
2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығы билдәләнә. Спорт йыйынын юбилей сиктәрендә үткәрергә мөмкин, тине Андрей Назаров.
“Форумды уҙғарыу урыны конкурста билдәләнә. Башҡортостандың күләмле сараларҙы ойоштороу тәжрибәһе ҙур. Мин, әлбиттә, һеҙҙе хуплаясаҡмын. Республика һәр ваҡыт Рәсәй спорт министрлығының ярҙамына таяна ала”, - тине Олег Матыцин.
Республика башлығы, хөкүмәт һәм спорт министрлығы спортты Башҡортостан үҫешендә өҫтөнлөклө йүнәлеш булараҡ билдәләгәне асыҡ күренә. Башҡортостанда тотороҡло үҫеш, уңайлы мөхит, күләмле һәм профессиональ спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Был йәһәттән республиканы ышаныслы партнер итеп күрәбеҙ.
Олег Матыцин, Рәсәйҙең спорт министры
Әле үк Башҡортостан Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге төрлө ярыштарҙы уҙғарырға әҙер тип тулы ышаныс менән әйтә алам. Бындай сараларҙың арта барыуы, был фактты раҫлай ғына. Йыл һайын яҡынса 28 Бөтә Рәсәй кимәлендә, кәмендә 2-3 халыҡ-ара ярыштар уҙғарабыҙ. Шуға ла киләсәктә лә Башҡортостанды төрлө кимәлдәге спорт ярыштарын уҙғарыу майҙансығы итеп ҡуллыныу кәрәклеге тураһында фекерҙе хуплайым.
Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры
Подписывайтесь на Bash.News