Янғын һүндереүселәр ике инвалидты уттан ҡотҡарҙы

Иглин районының Көҙәй ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында уҙған күнекмәләрҙең һөҙөмтәһе шулай. Социаль учреждениела хеҙмәткәрҙәр һәм ҡотҡарыусыларҙың янғын һүндереү буйынса берҙәм тактик уҡыуҙары үтте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Оло йәштәгеләр өсөн артыҡ аҙым да ҡатмарлыҡтар тыуҙыра ,әммә был аҙымдар кеше ғүмеренә тиң. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләрен социаль учреждениеларҙа тәрбиәләнеүселәр яттан белергә тейеш.

Ләкин был сценарийҙы янғын һүндереүселәр белмәй. Улар тәжрибәһенә таянып төрлө ситуацияларҙа ла ойошҡан эш итергә тейеш. Пансионатта йәшәгән ҡарттар эвакуацияланһа ла ҡотҡарыусылар ялҡын ялмаған бинаға инеп һәр бүлмәне тикшереп сығырға тейеш.

Һәм юҡҡа түгел. Сценарий буйынса ике кеше бүлмәһенән сығып өлгөрә алмай ҡалырға тейеш. Ҡотҡарыу уларҙың береһен тиҙ арала табып тышҡа сығарҙы. Ә икенсеһе күрәһең, сценарийҙы үҙ белдеге менән үҙгәртергә булған. Шартлы зыян күреүсене ҡотҡарыусылар оҙаҡ ҡына эҙләһә лә таба алманы.

Һуңынан иһә күнекмәләрҙә ҡатнашҡан һәр кешенең эш итеүенә анализ яһала. Утты күреп ҡотҡарыусылар саҡыртыусы, ҡарттарҙы эвакуациялаусылар, приют хеҙмәткәрҙәре, янғын һүндереүселәрҙең дә эшенә баһа бирелә.

Йыл башынан алып Иглин районында 270 янғын сығыу осрағы теркәлгән. Утта 6 кешенең ғүмере өҙөлгән. Статистика буйынса, янғындарҙың 90 проценты шәхси секторға тура килә.

Айнур Кәбиров