Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында – премьера

Бөгөн Николай Носов әҫәре буйынса «Билдәле Белмәҫйән» спектакле ҡуйылды. Сәхнә әҫәре бер сәғәт тирәһе бара. Бала саҡта бөтәбеҙ ҙә яратып ҡараған әкиәтте БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева барып ҡараны.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡояш ярсығы кителеп төшөүенә ышандыра, үҙен рәссам, шағир, музыкант итеп танытырға теләй. Бер туҡтауһыҙ үҙен эҙләй. Билдәле булыу тураһында хыяллана. Бөтәһен дә ышандырырға тырыша. Белмәҫйәнде бөтәһе лә ярата. Белермәнде уйнаусы актер иһә холҡом буйынса Белмәҫйәнмен ти. Сөнки ысынлап та, Белмәҫйәндә һәр кем үҙен күрә.

Рәссам ҡурсаҡтарҙы эшләгәндә ролде уйнаусы актерҙарға оҡшатыбыраҡ эшләгән. Күҙлек түңәрәк тирәсле булырға тейеш ине, тик хужаһына яҡын итеп дүрткел яһаныҡ ти, спектакль рәссамы.

Премьера бер ай эсендә әҙерләнгән. Уҙған быуатта яҙылған әҫәр бөгөн дә көнүҙәк. Композитор уны заманса көйҙәр менән биҙәгән.

Һәр һөнәрҙә үҙен табырға теләгән Белмәҫйәнгә фантазияһы бай булыуға бәйләп журналист, яҙыусы йәки блогер булырға кәңәш итәләр.

Рәмилә Исмәғилева