Ул "Балаҡатай" эсәр һыу етештереү предприятиеһын ҡараны. Уның продукцияһы төньяҡ-көнсығыш райондарҙа, Өфөлә, Силәбе өлкәһендә һәм Татарстанда һатыла. Киләсәктә етештереүҙе киңәйтеү планлаштырыла. Андрей Назаров предприятиеға ярҙам буласаҡ тине. Хөкүмәт рәйесе бөгөн шулай уҡ Яңы Балаҡатай ауылында балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә булды. Ул авария хәлендә тип табылған. Андрей Назаров бында киләһе йылда уҡ яңы спорт комплексы төҙөргә, ә 2024 йылда бассейнды файҙаланыуға тапшырырға ҡушты. Премьер-министр район поликлиникаһында ремонт барышын ҡараны, эштәр ай ярымдан тамамланырға тейеш. Хөкүмәт рәйесе шулай уҡ Соҡалы ауылы янындағы быуаны ҡараны. Киләһе йылдан уны таҙартыу планлаштырыла, был биләмә халыҡтың ял итеү урынына әүерелергә тейеш.