Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһында йәш белгестәр өсөн ойошторолған уҡыу проекты Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Тәжрибәле табиптар медицина йүнәлешендә һөнәр үҙәлештергән студенттарҙы пациенттар менән эшләргә өйрәтеп дауаханаға яңы кадрҙар йәлеп иткән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЙәштәр ашығыс ярҙам хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән пациенттарҙың документтарын дөрөҫ тултырырға, ғәҙәттән тыш хәл осраҡтарында полиция менән бәйленеш тоторға өйрәнеп төрлө йүнәлештә белемен камиллаштырған.
Быйыл 13-сө клиник дауаханала 130 йәш белгес оҫталыҡ мәктәбе үткән. Уларҙың бер өлөшө табип, икенселәре шәфҡәт туташы вазифаларында даими эшкә урынлашҡан. Медицина тармағында кадрҙар мәсьәләһен хәл иткән уҡыуҙарҙы республиканың башҡа дауаханаларында ла ойоштороу күҙаллана.
Флорида Ким