Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында спорт-һауыҡтырыу һәм мәҙәни комплексы төҙөлә

Түбәнге Яйыҡбай – «Айыҡ ауыл-2020» республика конкурсы еңеүсеһе. Сәләмәт тормош алып барыусы ауыл халҡы ҡыуанысы хаҡында киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Буш торған биләмә урынына – заманса спорт һәм мәҙәниәт комплексы. Түбәнге яйыҡбайҙа хыялдар тормошҡа аша. Төҙөлөш объектында эштәр аҙағына яҡынлаша. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төҙөүселәр биләмәне кәртәләп ала, тротуар һала, сәхнә һәм хоккей майҙансығы урынлаштыра.

Түбәнге Яйыҡбайҙа әүҙем һәм маҡсатлы халыҡ йәшәүе бер кемгә лә сер түгел. Әле улар бригадаға һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Ауылда балалар өсөн уйын, спорт һәм мәҙәни майҙансыҡтарҙан торған комплекстың барлыҡҡа килеүе бик урынлы ти, ауыл халҡы.

Сибай ҡалаһының С-Тройка төҙөлөш кампанияһы объектты декабрь айында файҙаланыуға тапшырырға күҙаллай. Заманса үҙәк Яңы йылға оло бүләк буласаҡ. Тырышлыҡтары менән айырылып торған Түбәнге Яйыҡбайҙар үҙҙәрен республика кимәлендә танытып ҡына ҡалманы, ә атайсалдарын төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индерә.

Әлфиә Хәмитова