Баш ҡалала боҙ ҡаласыҡтары ҡасан әҙер булыр?

Өфөлә байрамға әҙерлек ҡыҙа. Йылға-күлдәрҙә боҙ ҡаласыҡтарын биҙәүҙә ҡулланылған төп сеймал сығарыла башланы. Ағиҙел йылғаһындағы эш барышын БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һары майҙы эҫе бысаҡ менән телгән кеүек... Морат Иштанов боҙ шаҡмаҡтарын быса. Баш ҡаланың яңы йыл ҡаласыҡтарын биҙәүҙә ҡулланылған төп төҙөлөш материалы өлгөргән. Ағиҙел ҡултығындағы һыу таҙа, шуға боҙ гәүһәрҙәй ялтыр тип билдәләй коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре.

Өфөнөң Киров районындағы боҙ майҙансыҡтарын сеймал менән тәьмин итеү өсөн 15 тонна боҙ әҙерләү ҡаралған. Рәфис Зәйнетдинов Ағиҙел йылғаһынан алынған боҙ киҫәктәренә йән өрә. Эшен яратып башҡара. Яңы йыл майҙансыҡтарын биҙәү үтә лә яуаплы эш, тип билдәләй оҫта.

Өфөнөң «Көньяҡ» биҫтәһендәге яңы паркҡа шыршы быйыл тәүге тапҡыр ҡуйыла. Майҙанда байрам һәм йыл символдары урын алған. Юлбарыҫ һыны түрҙә. Яҡынлашып килгән 2022 йыл тап шул йырҡыс билдәһе аҫтында үтәсәк.

Баш ҡалала байрам шыршылары үҙәк майҙандарҙа ғына ҡуйылмай. Өфөнөң Киров районында ғына йорт ихаталары, ҡыҙыл линияларҙа 30-лаған боҙ ҡаласығын төҙөү ҡаралған. Хеҙмәткәрҙәр шулай уҡ 50-ләп шыршыны биҙәргә иҫәп тота.

Синоптиктар фаразлауынса, аҙна уртаһында Башҡортостан йылы һауа фронты йоғонтоһонда ҡаласаҡ. Ҡышҡа хас булмаған температуралар боҙ ҡаласыҡтарындағы эште бер аҙға тотҡарлауы ихтимал. Шулай ҙа байрамға Өфөләге барлыҡ майҙандар әҙер булырға тейеш. План буйынса яҡынса, декабрҙең 20-ләренә боҙ ҡаласыҡтарын сафҡа индереү ҡаралған.

Рафиҡ Әхмәтшин