Юғары белем биреү системаһына ҡағылған төшөнсәләр киләһе йылдың 25 мартына тиклем ҡабул ителә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡорт дәүләт университеты проекты республика башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Уның етәксеһе йәш ғалимә, филология факультеты деканы урынбаҫары Рената Лоҡманова.
Һүҙлек-белешмә юғары белем биреү өлкәһенә ҡағылған терминдарҙы үҙ эсенә ала һәм өс телдә – русса, инглизсә һәм башҡортса бирелә. Белгестәр әйтеүенсә, күп кенә фәнни төшөнсәләрҙең икенсе телдәргә тура тәржемәһе юҡ. Һүҙлек-белешмәнең башҡортса өлөшөн филология фәндәре докторы Гөлназ Йәғәфәрова әҙерләй.
Әле өс телдәге һүҙлек-белешмәгә бөтәһе 300-ләп термин тупланған. Проект авторҙары һанды 600-гә тиклем еткерергә иҫәп тота. Тәҡдимдәрҙе видеояҙмала күргән ( uni-dict.com ) адресҡа ебәрергә мөмкин.
Рәмзиә Кәримова