Өфөлә дзюдо буйынса Европаның команда чемпионаты тамамланды

 Миҙалдар өсөн континенттың иң көслө 16 йыйылма коллективы көс һынашты. Финалда Грузия менән Нидерландтар осрашты. Хәл иткес алыштар грузиндар файҙаһына 4-3 иҫәбе менән тамамланды. Ә бына бронза өсөн ярышта ватандаштарыбыҙ Беларустарҙы 4-0 иҫәбе менән еңде. Ошондай уҡ дәрәжәләге миҙалды Төркиә командаһы яуланы. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Команда чемпионатында берәү – бөтәһе, бөтәһе – берәү өсөн көрәшә. Үҙебеҙҙе беренсе урын өсөн әҙерләнек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ уйлағанса килеп сыҡманы. Шуға ҡарамаҫтан миҙал миҙал булып ҡала инде, бронза яулауыбыҙға ла шатбыҙ. 

Анастасия Конкина, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы

Европа чемпионатында Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин ҡатнашты. Ул спортсыларға Владимир Путиндың тәбрикләү хатын уҡып ишеттерҙе. «Беҙҙең илдә халыҡ-ара бәйгене уҙғарыу дзюдо буйынса Ватан мәктәбенең абруйын таныуҙы, уға юғары әҙерлекте аңлата», – тигән Рәсәй Президенты. Олег Матыцин шулай пандемия шарттарында ла  Өфөләге ярыштың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне.

Спорт донъяһын бер нисек тә алдап булмай. Рәсәйгә ышаныс һәр ваҡыт юғары кимәлдә ҡала. Юғары кимәлдә ойошторолған Өфөләге чемпионат был ышанысты тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. 

Олег Матыцин, Рәсәйҙең спорт министры

Илдар Байбулатов