Премьер-министр Андрей Назаров шулай тип белдерҙе. Балаҡатай районында Республика Хөкүмәтенең күсмә ултырышы уҙҙы. Унда төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади үҫтереү юлдары ҡаралды. Андрей Назаров әйтеүенсә, яҡын арала айырым программа ҡабул ителә. Балаҡатай районында ла халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликаның төньяҡ-көнсығыш райондарында яҡынса 8 миллиард һумға 177 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Ултырышта төбәктә туризм, юл яны сервисы һәм ауыл хужалығын үҫтереүгә төп иғтибар бирелде.