Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 миллион 708 меңдән ашыу кеше прививканың ике компонентын да эшләткән. Препараттың беренсе өлөшөн алыусылар 80 процент самаһы, ул 2 миллионға яҡын кешегә яһалған. Бүздәк, Шишмә, Әлшәй һәм Өфө райондарында вакциналау күрһәткестәре юғары. Бөрйән районы, Сибай, Белорет, Межгорье һәм Октябрьский ҡалаларында прививкалау һүлпән бара. Яман шеш менән ауырыған кешеләргә прививка эшләтә аламы? Республика Онкология диспансеры табибы Замир Абдуллин яуап бирә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирусты иҫкәртеү сараларына арналған онлайн брифинг үтә. Ҡыҫҡа матбуғат конференцияһы барышын БСТ телеканалы тура эфирҙа күрһәтә. Уны шулай уҡ социаль селтәрҙә ҡарарға була. Брифинг сәғәт өстә башлана.