Стәрлетамаҡ уҡыусылары бөтә донъя буйлап сәйәхәт итә ала

Яңы технологиялар тиҙ арала төрлө илдәрҙә урынлашҡан архитектура ҡомартҡылары менән танышыу, данлыҡлы музейҙарҙа булыу мөмкинлеген бирә. Ҡаланың 11-се мәктәбе “Виртуаль крайҙы өйрәнеүсе” проектында ҡатнаша. Уның авторы тарих фәндәре кандидаты Марат Тикәев. Ул мәҙәни мираҫ өлгөләренең 3Д макетын булдыра. Мәҫәлән, Ҡазан соборының 3Д моделен эшләү өсөн музейҙа һаҡланған макеттар ҡулланылған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Проект тарих дәрестәрен йәнлерәк үткәрергә ярҙам итә. Сәфәрҙәр – виртуаль, ә белем - ысынбарлыҡта, ти проектта ҡатнашыусылар. Уҡытыусы Римма Сәфиуллина, уның уҡыусылары Денис Шәрәфетдинов һәм Кирилл Ғәйзетдинов тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Вируталь сәфәр барышында балаларға Ер шарын йыһандан ҡарау мөмкинлеге лә бирелә.  Проект авторҙары яҡын арала Стәрлетамаҡ районы мәктәптәрендә лә виртуаль дәрестәр үткәрергә ниәтләй.