Уҙған тәүлектә ковид-19 вирусы тағы ла 669 кешелә асыҡланған. Бөгөн стационарҙарҙа 476 кеше дауалана, уларҙың 309-ы 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 86 пациенттың 12-һе ИВЛ аппараттарына тоташтырылған. Тағы ла 7 064 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлек эсендә 663 кеше һауыҡҡан, 34 кеше вафат булған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Ошо маҡсатта төбәккә барлығы 2 514 683 доза вакцина килтерелгән. Бөгөнгә беренсе компонентты 1 979 481 кеше яһатҡан, 1 722 936 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамланған. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына прививка эшләтеү өсөн 25 456 кеше мөрәжәғәт иткән.
Гөлдәриә Йосопова