Республикаға идара итеү үҙәгендә бушлай юрист ярҙамы күрһәтеү хеҙмәте барлыҡҡа киләсәк

Шылтыратыуҙар үҙәген Башҡортостандың юристар ассоциацияһы ойоштора. Был сара пандемия шарттарында көн талабы. Сөнки юрист ярҙамына башлыса өлкән йәштәгеләр мохтаж, ә улар белеүебеҙсә изоляцияла.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ғөмүмән, юристар ассоциацияһы хәҙерге йәшәү шарттарына тиҙ яраҡлашты. Төбәктә халыҡҡа бушлай ярҙам күрһәтеү бүлектәре, онлайн хеҙмәттәр ойошторолған. Улар һаны буйынса республика илдә тәүге урында.

Башҡортостанда әле юрист консультациялары биреү буйынса 51 бүлек һәм 63 үҙәк эшләй. Уларҙа халыҡтан 3 мең ярым ялыу ҡабул ителгән. Мөрәжәғәттәр иғтибарһыҙ ҡалмай, ти  Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Панькина.

Беҙҙең командала 1200 ашыу профилле юристар иҫәпләнә. Быйыл ғына тағы йөҙҙән ашыу белгесте үҙ сафыбыҙға ҡабул иттек. Шуға күрә бер генә мөрәжәғәт тә, ялыу ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай. Уларҙы беҙ ҡануниәтте яҡшыртыуҙа ла ҡулланабыҙ. Шылтыратыуҙар буйынса социологик тикшереү уҙғарыла һәм улар закон нигеҙенә һалына.

Ирина Панькина Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе

Айнур Кәбиров