Иҡтисад техникумында өлкән йәштәгеләр өсөн өс йүнәлеш буйынса курс ойошторолған. Улар компьютер өйрәнә, бейеү һәм дауалау физкультураһына йөрөй. «Башҡортостан оҙон ғүмерлелек» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған саралар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбулбина таныштыра.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФранцуз полькаһы, кадриль, вальс.. Өлкән йәштәгеләр октябрь аҙағынан ғына бейеүгә йөрөй башлаһа ла, хәрәкәттәрҙе оҫта һәм тиҙ башҡара. Аҙымдары ышаныслы. Парлап та, күмәкләп тә бейейҙәр.
«Өсөнсө быуын халыҡ университеты» программаһына ярашлы, хореография буйынса 20 дәрес ҡаралған, һәр ҡайһыһы сәғәт ярым дауам итә. Хаҡлы ялдағылар билдәләүенсә, бейегәндән һуң йәшәүгә көс-дәрт өҫтәлә. Үҙеңдә яңы һәләт асыуға бер ҡасан да һуң түгел, ти улар.
Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе пенсионерҙар республика программаһы сиктәрендә ойошторолған «шәхси гигиена һәм дауалау физкультураһы»н да үҙләштерә. Иң өлкән курс тыңлаусыһына 85 йәш. Мөзәйәнә Шәнгәрәева бер күнекмәне лә ҡалдырмаҫҡа тырыша. Спортҡа һөйөүе йәшлек йылдарынан килә.
Күнекмәләр дөрөҫ тын алыу, аяҡ-ҡул мускулдарын нығытыуға йүнәлтелгән. Программаны ойоштороусылар билдәләүенсә, коронавирус пандемияһына бәйле был йүнәлеш өлкәндәр араһында айырыуса популярлыҡ алған.
Бейеү һәм дауалау физкультураһынан тыш, пенсионерҙар компьютерҙа эшләргә лә өйрәнә. Ҡоролманы тоҡандырыуҙан башлап документ тултырыу, интернетҡа сығыу, социаль селтәрҙәрҙә сәхифә булдырыу кеүек практик дәрестәр ҡаралған. Шулай уҡ ололар бер айҙан һуң дәүләт хеҙмәттәре порталы менән дә ҡуллана беләсәк
Октябрьский ҡалаһының иҡтисад техникумында унынсы йыл рәттән Өсөнсө быуын халыҡ университы республика маҡсатлы программаһы тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә мең ярымдан ашыу кеше махсус курс үткән. Уҡыу йүнәлештәре оло йәштәгеләрҙең теләктәрен иҫәпкә алып билдәләнә. Улар араһында Башҡорт һәм сит телдәрҙе өйрәнеүселәр ҙә бар.
Гөлназ Хәйбуллина