Шаран районында «Йомарт шишәмбе» хәйриә акцияһы үтте

Шаран районы артиллеристары Мичуринск  ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр  социаль приютына ике эскәмйә һәм көнкүреш кәрәк- яраҡтары бүләк итте, балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре концерт ҡуйҙы,  мәктәп уҡыусылары Баҙғыя ауылындағы ҡарттар йортонда йәшәүселәргә йылы хаттар яҙҙы. Мохтаждарға аҙыҡ-түлек тупланмалары таратыу  ойошторолдо. Ирекмәндәр инвалидтарҙың һәм өлкәндәрҙең ихаталарын ҡарҙан таҙартырға ярҙам итте, берәҙәк эт-бесәйҙәрҙе ашатыу өсөн майҙан  булдырылды.

Рәмилә Исмәғилева