12 йәшлек сәғәт йыйыу оҫтаһы Алан Хәзиев тамашасы хөкөмөнә 200-ҙән ашыу сәғәт өлгөләрен тәҡдим итте. Өс йәшенән сәғәттәргә йөн өрөүсе йәш оҫта күргәҙмәһе менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә танышты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфөлә сәғәт 11, ә алыҫ көнсығышта киске алты, айырма ете сәғәт. Алыҫ көнсығышта әрме хеҙмәтен үткән бер туған ағаһы Асҡарға тейешле ваҡытта шылтыратыу өсөн Алан бер юлы ике ҡалалағы ваҡытты күрһәтеү өсөн ошо сәғәтте үҙ ҡулдары менән ҡорған. Аландың коллекцияһында төрлө формала һәм төрлө илдәрҙә сығарылған сәғәт йыйылмаһы. Был күргәҙмәлә ике йөҙҙән ашыу ҡыҙыҡлы сәғәт өлгөләре күрһәтелгән. Сәғәт йыйыу менән Алан өс йәшенән шөғөлләнә.
Кәкүкле,ҡул, кеҫә сәғәттәре, музыкаль сәғәттәр, иртә менән йоҡонан уятыусы будильниктар... Стеналарға эленә торғандары, иҙәнгә ҡуйылғандары. Хужаларын теүәл ваҡытта тотоусы ҡорамалдар йылдар үтеү менән сафтан сыҡһа ла, Алан Хәзиевтың оҫта ҡулдарында сәғәттәр өр-яңынан тыҡылдап эшләп китә.
Ваҡыт ҡәҙерен белеүсе һәм сәғәттәр тураһында киң мәғлүмәтле үҫмер коллекцияһында ике миллиметр ҡалынлығындағы кескәй сәғәттәр бар. Уларҙың төп үҙенсәлеге ваҡытты теүәл күрһәтеүендә һәм мәктәп линейкаһынан эшләнеүендә.
Күргәҙмәлә ҡуйылған экспонаттар араһында иң теүәл эшләгәне һәм ҡиммәтлеһе Рәсәйҙә етештерелгән диңгеҙ хрономертры. Уның механизмдары алтын һәм алмаздан тора. Альбина һәм Илшат Хәзиевтар кинйә улдарының шөғөлән һәр яҡлап хуплай. Донъяның төрлө тарафтарынан яңынан-яңы сәғәт өлгөләре йыйыуҙа һәр яҡлап булышлыҡ итә.
Алан Хәзиев Рәсәй коллекционерҙары клубының иң йәш ағзаһы. Сәғәт тергеҙеүсе оҫта циферблат һәм боронғо механизмдар артында нескә һәм ҡыҙыҡлы тарих йәшеренгән,тигән фекерҙә. Совет осорондағы лупа һәм пинцент ярҙамында тергеҙелгән был мөғжизә-сәғәттәр Алан кеүек оҫталар ваҡыты әле саҡ башланып тороуын күрһәтә.
Гүзәл Борханова