Милли музейҙа «Башҡортостан археологияһы йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһының фотокүргәҙмәһе асылды

Президент фонды гранты ярҙамында «Археостан. Башҡортостан археологияһы» тип исемләнгән социаль-әһәмиәтле проект экспозицияһында төрлө йылдарҙа экспедицияларҙа ҡатнашҡан һәүәҫкәр-археолог фотографтарҙың эштәре урын алған. Улар араһында Борай, Тәтешле райондарында алып барылған ҡаҙыныу эштәре лә бар.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 Әйткәндәй, республиканың төньяҡ төбәгендә сара мәктәп уҡыусылары менән берлектә ойошторола. Башҡортостандың тарихи ҡомартҡыларын йәш быуын белеп үҫергә тейеш, тигән фекерҙә археологтар.

Ғалимдар әйтеүенсә, Көньяҡ Урал археологтар өсөн хазиналар төбәге, Оло Башҡортостан биләмәләрендә Ер шары һәм кешелек тарихындағы төрлө дәүерҙәргә ҡағылышлы артефакттарға юлығырға мөмкин. Шуға ла уларҙы һаҡлау, киләһе быуынға еткереү заман фәне алдында торған төп бурыстарҙың береһе.

Азат Ғәлиуллин