Мракоборец. Ялған фәнгә ҡаршы социаль проект

   Рәсәй табиптары коронавирустан вакциналауға ҡаршы булыусылар менән көрәштә яңы алым ҡуллана. Телеграм мессенджерында төркөм булдырылған. Ул “Мракоборец” тип атала. Бында вакцинаға бәйле ялған мәғлүмәт фашлана. Табиптар билдәләүенсә, ҡайһы берәүҙәр фәнни яҡтан раҫланмаған мәғлүмәт, фейктарға ышанып, прививка эшләтеүҙән баш тарта. Яңы каналда ғалимдар вакциналауҙың коронавирустан ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы икәнен аңлата һәм аныҡ дәлилдәр килтерә.