Хөкүмәттә ведомство-ара комиссия ултырышы уҙҙы. Вице-премьер, комиссия рәйесе Азат Бадранов әйтеүенсә, ҡайһы бер урындарҙа ер аҫты байлыҡтарын үҙләштереү вәхшиҙәрсә бара. Шуға компаниялар эшен аныҡ көйләргә тәҡдим ителде.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБаймаҡ районында ике компания алтын үҙләштереүҙе ҙур етешһеҙлектәр менән алып барған. Ошо сәбәпле республикаға 1 миллиард һумлыҡ зыян килтерелгән. Тәбиғәтте күҙәтеү буйынса төбәк идаралығы етәксеһе Роман Болотов әйтеүенсә, намыҫһыҙ эшләгән компаниялар яуапҡа тарттырылған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтУлтырышта ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшен баһалау буйынса райондарҙа йәмәғәт күҙәтеү комиссияларын булдырырға ҡарар ителде. Республикала карьерҙар исемлеге лә төҙөлгән. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар ассоциацияһы булдырылған. Әле унда 55 компания иҫәпләнә.