Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә 38 кешенең ғүмере өҙөлгән. Табиптар 664 кешелә хәүефле вирус асыҡлаған. Пандемия башланғандан алып, республикала коронавирус йоҡтороусылар 107 меңдән ашты. Әле стационарҙа 500-гә яҡын кеше дауалана, уларҙың 112-һе ауыр хәлдә.