«Туҡта ВИЧ/СПИД» Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә Өфөнөң «Ҡунаҡһарай» сауҙа комплексында булдырылған мобиль пункта теләгән һәр кем үҙенең ВИЧ-статусын тикшерә алды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАкция барышында тиҙ, бушлай һәм аноним рәүештә анализ тапшырырға мөмкин ине. Һөҙөмтәләр 5 минут эсендә билдәләнә. Кешелә иммун системаһы дефициты асыҡланған осраҡта уға артабанғы дауалау тәғәйенләнә.
СПИД-ты иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш республика үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә йыл башынан меңдән ашыу ВИЧ инфекциялы теркәлгән. Донъяла йоғошло сирҙән вакцина булдырыу буйынса тикшеренеүҙәр алып барыла, әммә әлеге ваҡытта ул дауалап булғыһыҙ ауырыу һанала. Белгестәр әйтеүенсә, ВИЧ-ҡа анализдарҙы йылына бер тапҡыр булһа ла, тапшырырға кәрәк.