Бөгөн Кушнаренкола легендар герой, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Даян Мурзинға бюст асыла. Даян Баян улы ошо районда белем ала. Ул уҡыған педагогия училищеһы бөгөн күп профилле һөнәрселек колледжы тип атала. Былтыр ноябрҙә уҡыу йортона Даян Мурзин исеме бирелде. Рәсәй мәғариф алдынғыһы, тарих уҡытыусыһы Илфир Ҡотдосов һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДаян Мурзин Баҡалы районы Иҫке Балыҡлы ауылында тыуа. Ауыл мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай, директор булып эшләй. “Ул халыҡ улы, уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ”, - ти Баҡалы район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илһам Ғималетдинов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыйыл 20 ғинуарҙа Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулды.