2017 йылда ул Йоғошло ауырыуҙар дауаханһы биләмәһендә буш торған бинаны ҡуртымға ала. Үҙаллы ремонт эшләгәндән һуң, ритуаль хеҙмәттәр күрһәтә башлай. Әммә капиталь ремонтҡа сарыф итлгән сығымдар ҡапланмаған. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЙыл башынан алып был ишектәр элекке ҡуртымсы өсөн дә, клиенттарға ла бикле. 1956 йылда төҙөлгән бинаға Ринат Сәйетйәғәфәров икенсе һулыш бирә. Эшҡыуар 2017 йылда ҡала дауаханаһы иҫәбендә булған мәйетхананы ҡуртымға ала. 4 миллион һумдан ашыу суммаға иҙәндәрен алмаштыра, капиталь ремонт эшләй, кәрәкле ҡоролмалар һатып ала.
Төҙөкләндерелгән бинала коммерция нигеҙендә мәрхүмдәрҙе ерләүгә әҙерләү хеҙмәттәре күрһәтелә башлай. Һәр мәйет өсөн 2 мең һум түләү шарт. Эшҡыуар һүҙҙәренсә, ритуаль хеҙмәттәр был хаҡҡа мәрхүмдең кәүҙәһен алып килергә ризалашмай, ҡаланың икенсе мәйетханаһына йөрөтә.
Мәйет һаҡлау бинаһын тотоу өҫтәмә табыш килтермәгәс, эшҡыуар ҡуртымға алыу тураһындағы килешеүҙе оҙайтмай. Уның урынына ремонтҡа сарыф ителгән аҡсаны ҡайтарыуҙарын талап итә. Ә был ваҡыт эсендә медицина учреждениеһы етәкселе үҙгәрә. Дауаханала белдереүҙәренсә, Ринат Сәйетйәғәфәров ысынлап та үҙ аҡсаһына капиталь ремонт эшләгән. Ләкин килешеүгә ярашлы ремонт эшләү күҙ уңында тотолмаған. Һүҙ бинаны ҡуртымға биреү тураһында ғына барған.
Әле Салауат ҡалаһында бер мәйетхана эшләй. Унда күрше район-ҡалаларҙан мәрхүмдәрҙең кәүҙәләрен алып киләләр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, дауахананың баш табибы һүҙҙәренсә, өҫтәмә морг асыу кәрәклеге юҡ. Ә эшҡыуар үҙ сиратында сарыф ителгән сумманы суд аша ҡайтарырға ниәтләй.
Әлфинә Килдейәрова