Иҫке йорттан яңыһына. Республикала авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһының дүртенсе этабы тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, 2,8 мең кеше яңы торлаҡлы булыр тип көтөлә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДүртөйлө ҡалаһында адреслы республика программаһы сиктәрендә яңы торлаҡ төҙөлөшө дауам итә. Эштәре тамамланған йорттар ҙа бер-бер артлы файҙаланыуға тапшырыла. Һигеҙ тиҫтәһен ваҡлаған Асия Әҙеһәм ҡыҙы яңы фатир туйлауына икенсе йыл. Был көндө Хеҙмәт ветераны 30 йылдан ашыу авария хәлендәге торлаҡта йәшәгәндән һуң, көтөп ала.
Дүртөйлөлә, ғөмүмән, 2019 йылға тиклем авария хәлендәге йорттан 84 ғаилә күсерелһә, бөгөн тағы ла 24 ғаилә хыялдағы фатир асҡыстарын көтә. Ошо уҡ йортта ата-әсәләр ҡарауынан мәхрүм балаларға ла торлаҡ ҡаралған. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, адреслы республика программаһы 2023 йылға тиклем иҫәпләнгән. Бөгөн планға ингән 34 авария хәлендәге йорттан 900-ләп кешене күсереү ҡаралған.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 39,17 мең квадрат метр авария хәлендәге торлаҡты һүтеү планлаштырыла - уларҙа 2,8 мең кеше йәшәй. Программаны тормошҡа ашырыу өсөн миллиард һумдан ашыу финанс сығым ҡаралған.
Азат Ғәлиуллин