Республикала «Спорт, фән һәм технологиялар марафоны» старт алды

Сара сиктәрендә Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары атҡаҙанған спорт мастеры Ирина Слуцкая менән осрашты. Фигуралы шыуыу оҫтаһы уңыштары хаҡында сығыш яһаны.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әйтергә кәрәк, Ирина Слуцкая – скандинав атлау мәктәбенә нигеҙ һалыусы ла. Халыҡты сәләмәтләндереү маҡсатында булдырылған проект Өфө һәм Салауат ҡалаларында ла үҫеш аласаҡ.

Скандинав атлау һаулыҡты нығыта, үҙеңде еңел тойорға ярҙам итә. Был спорт төрө менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр ҡаралмаған. Ошолар тураһында мин бөгөн асыҡ дәрестә һөйләнем. Форум ҡатнашыусыларға шәхси үҫеш тураһында лә бәйән итә.

Ирина Слуцкая, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры