Башҡортостанда халыҡты авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһы ваҡытынан алда үтәлә. Планлаштырылған эш ике йылға иртәрәк тамамлана. 2017 йылға тиклем авария хәлендә тип танылған торлаҡта йәшәүселәрҙе күсереү өсөн Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды 950 миллион һумдан ашыу аҡса бүлә. Башҡортостан был суммаға 211 миллион өҫтәй. 1 мең ярым кешене яңы торлаҡ менән тәьмин итеү маҡсаты ҡуйыла.