Иркин Ғәбитов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде

Бөгөн Премьер-министр Андрей Назаров Мария театры режиссеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Иркин Ғәбитовҡа Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. Хөкүмәт рәйесе уға емешле ижади эшмәкәрлеге, мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә индергән ҙур өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе. Иркин Ғәбитов әйтеүенсә, Республика иң юғары дәүләт наградаһын алыу уның тормошондағы мөһим этаптарҙың береһе булып тора.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Салауат Юлаев ордены  1998 йылда булдырылған.