Әлегә тиклем йүнсел ғаиләләргә булышлыҡ иткән ойошма Түбәнге Новгород ҡалаһында ғына бар ине. Өфөнөң «Торатау» конгресс холында урынлашҡан үҙәк 20 мең тирәһе эшҡыуарҙы хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Уны асыу тантанаһы Ғаилә бизнесы форумы сиктәрендә үтте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСарала Рәсәй сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Сергей Катырин, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм илдең төрлө төбәктәренән билдәле эксперттар ҡатнашты. Форумда ҡаралған төп проблемалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ағас рамдың эсенә ҡуйылған был шәжәрәне нәҫел йылъяҙмаһы тип әйтеү генә әҙ, ул һәр йорттоң түрен биҙәрлек ҡиммәтле йыһаз да. Сөнки ижад емеше зауыҡлы ла, үҙенсәлекле лә итеп эшләнгән. Сөләймәновтар шәжәрәләр эшләү менән 8 йыл элек шөғөлләнә башлай, идея аталарының юбилейына ҡәҙерле һәм ҡабатланмаҫ бүләк эшләү теләгенән тыуа. Бөгөн ғаилә нәҫел йылъяҙмаларынан тыш, башҡа сувенирҙар ҙа эшләй.
Сөләймәновтар ғаилә бизнесынын бер миҫалы ғына. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙәге урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡтың 70-80 процентын ғаилә компаниялары биләй. Йүнселдәр төрлө тармаҡтарҙа ла эшләй. Әммә белгестәр фекеренсә, бөгөн был өлкә ҡануниәт тарафынан яҡланмаған. Ә проблемалар етерлек. Күп кенә ҡеүәтле компаниялар тап закон нигеҙҙәре булмау сәбәпле тарҡала йә юҡҡа сыға. Башҡортостан ҡануни башланғыс менән сығыу яғында.
Проблемалар менән хәҙер ғаилә бизнесы үҙәгенә лә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс холында йүнсел ғаилләр менән шөғөлләнгән махсус ойошима асылды. Ул Рәсәйҙә икенсеһе. Әлегә тиклем бындай учреждение Түбәнге Новгород ҡалаһында ғына бар ине.
Форумда Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 200-ҙән ашыу ғаилә компанияһы ҡатнаша. Сараның программаһы 4 декабргә тиклем иҫәпләнгән. Уның сиктәрендә фекер алышыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.
«Ғаилә» бизнесы форумы тәүге тапҡыр ойошторола. Эшҡыуарлыҡты ғаилә менән бергә алып барыу ғәҙәти күренеш. Башҡортостанда ғына уларҙың һаны һикһән меңгә яҡын. Әммә ҡануниәттә айырым ғына ғаилә бизнесы тигән төшөнсә юҡ, киләсәктә иһә ошондай йүнсел ғаиләләрҙе закондар нигеҙендә яҡлау ҙа күҙ уңында тотола.
Рәмзиә Кәримова