Быйыл 10 айҙа ғына иҫерек водителдәр 61 кешенең ғүмерен ҡыйған. Аяуһыҙ статистика һандарында селпәрәмә килгән яҙмыштар. Беҙҙең хәбәрселәр, юл-транспорт ваҡиғаһында 47 йәшлек ҡатынды үлтергән водитель менән осрашты. Ҡот осҡос аварияла ул үҙе тере ҡалһа ла, киләһе бер нисә йылын рәшәткә артында үткәрәсәк.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАуыр көрһөнә. Уңайһыҙлана. Күңел кисерештәрен видеокамера асыҡ ҡына күрһәтмәһә лә, егет үкенеүен йәшерә алмай. Уйламағанда кеше ғүмерен өҙгән. Барыһы ла «һуғып» алған иптәштәренең өгөтләүенән башлана.
Баймаҡ ҡалаһынан 26 йәшлек Хәлил Зөлҡәрнәев үҙе лә был кисте алкоголь ҡулланыуына ҡарамаҫтан, рулгә ултырырға батырсылыҡ итә. Һаҡмар ауылы эргәһендә ул идара иткән «Мицубиси Лансер» юл ыңғайындағы «Фолксваген Каравелла» минивены менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһында 47 йәшлек ҡатын һәләк була.
Авария Хәлилдең яҡты хыялдарын да селпәрәмә килтерә. Егет 5 йыл ярымға иркенән мәхрүм ителә. Тикшереү барышында уның 2016 йылда ла иҫерек килеш руль артына ултырған булыуы асыҡлана. Закон – ҡәтғи, судъя ҡанун нигеҙендә хөкөм ҡарарын сығара. Хәлил Зөлҡәрнәев уны ғәҙел тип баһалай һәм иреккә сыҡҡас, алкоголдән бөтөнләй баш тартырға ниәтләгән.
Шаҡша биҫтәһендәге 5-се Холоҡ төҙәтеү колонияһында әле 160-тан ашыу иркенән мәхрүм ителеүсе иҫәпләнә. Уларҙың 61-е тап юл-транспорт ваҡиғаһында кеше ғүмерҙәрен өҙгән өсөн язаға тарттырылған. Колония етәксеһе әйтеүенсә, Рәсәй Енәйәт кодексының 264-се статтьяһы буйынса, рәшәткә артына эләгеүселәр һаны йылдан-йыл арта бара.
Статистика буйынса, үлемесле аварияларҙың яртыһында тап иҫерек водителдәр ғәйепле. Эскән килеш руль артына ултырырға йөръәт иткәндәрҙе закондың ҡаты булыуы ла туҡтатмай. Сәфәр хәүеф-хәтәрһеҙ һәм үкенесһеҙ булһын өсөн, ни бары айыҡ һәм иғтибарлы булыу мөһим. Юл хаталарҙы кисермәй бит...
Рафиҡ Әхмәтшин