Өйҙө йыһазландырыу кеүек күңелле мәшәҡәттәр Хәйбулла районында йәшәүсе Александра Бабкина менән Иҙел Хәкимовты ла көтә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЕтем балаларҙың күптән көтөп алынған фатир асҡыстарын урындағы хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов тапшырҙы. Йорттар Аҡъяр һәм Бүребай ауылдарында урынлашҡан. Зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылған фатирҙар тәүҙә махсус найм программаһы буйынса 5 йылға бирелә, артабан уны хосусилаштырыу мөмкинлеге ҡараласаҡ.
Үҙ квадрат метрҙарына эйә булған Иҙел Хәкимов әлеге ваҡытта БДУ-ның Сибай институтында белем ала. Буласаҡ информатика уҡытыусыһы күптән түгел Бөтә Рәсәй студенттар конкурсында ҡатнашҡан.
Илдар Байбулатов