Уҙған тәүлектә яңы инфекция диагнозы тағы ла 660 кешегә ҡуйылған. Бөгөн стационарҙарҙа 517 кеше дауалана, уларҙың 316-һы 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 98 пациенттың 13-ө ИВЛ аппараттарына тоташтырылған.
Бынан тыш, 6 922 кеше сиргә ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Тәүлек эсендә сирҙән 661 кеше һауыҡҡан, 37 кеше вафат булған. Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау дауам итә. Коллектив иммунитетҡа ирешеү өсөн
2 484 667 кешегә прививка яһау ҡаралған. Төбәккә барлығы 2 514 683 доза вакцина килтерелгән. 1-се компонентты ҡаҙатыусылар 2 миллион сиген үтеп китһә, 1 772 654 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Тәүлек эсендә республиканың медицина учреждениеларына вакцина эшләтеү өсөн 27 094 кеше мөрәжәғәт иткән .
Гөлдәриә Йосопова