Радий Хәбиров «РГД переработка Салауат» етәксеһе Леонид Алёхин менән осрашты

Салауат ҡалаһына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров «РГД переработка Салауат» йәмғиәтенең яңы башҡарма директоры Леонид Алёхин менән осрашты. Башҡортостан башлығы менән уны «РусГазДобыча» йәмғиәте етәксеһе Константин Махов таныштырҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Яҡтар «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһын үҫтереү мөмкинлектәре һәм уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа республика менән хеҙмәттәшлек тураһында фекер алышты. Билдәле булыуынса, «Газпром» менән «РусГазДобыча» компаниялары араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы, быйыл майҙан алып Башҡортостан предприятиеһына «РГД переработка Салауат» йәмғиәте идара итә.

Осрашыу ваҡҡытында Константин Махов нефть химияһы комплексы базаһында күләмле модернизация уҙғарылыуы тураһында һөйләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, инвестиция проекты сиктәрендә Радий Хәбиров былтыр сентябрҙә видеоэлемтә ярҙамында «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһында водород етештереү буйынса яңы ҡулайламаның эшенә старт бирҙе.

Илдар Байбулатов