Был сара Республика инфекция хеҙмәтенең уңышлы эш тәжрибәһен тотош ил кимәлендә танытыу маҡсатында ойошторола.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСөнки Башҡортостан белгестәренең эшмәкәрлеге Федераль медик-биологик агентлығының йоғошло балалар аурыуҙары фәнни-клиник үҙәге тарафынан юғары баһаланған. Был турала ойошма президенты Юрий Лобзин бөгөн Өфөгә эш сәфәре барышында белдерҙе.
Уның фекеренсә, төбәктә йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау һәм реабилитациялау буйынса бай тәжрибә тупланған. Статистика мәғлүмәттәренә килгәндә, Рәсәйҙә йоғошло сирҙәр йыл һайын 40 миллион тирәһе кешелә теркәлә. Балалар ауырыуҙарының 85 проценты тап инфекция өлкәһенә тура килә.
Рәмзиә Кәримова