Бөгөн – Халыҡ-ара инвалидтар көнө

Башҡортостанда 300 меңдән ашыу мөмкинлектәре сикләнгән кеше иҫәпләнә. Бөгөн улар өсөн төрлө социаль, мәҙәни саралар уҙғарылды, аралашыу майҙансыҡтары ойошторолдо.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Иглин районы мәҙәниәт йортонда үткән байрамда көслө рухлы шәхестәрҙе тәбрикләү өсөн махсус программа әҙерләнде. Урындағы ижади коллективтар тәҡдим иткән концерттан һуң спорт ярыштары үткәрелде, ижади оҫтаханалар ойошторолдо.

Был байрамдың төп маҡсаты - инвалидтарҙың проблемаларына иғтибар йүнәлтеү. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар йәмғиәттең айырылмаҫ өлөшө булып тора. Сәләмәт кешеләр беҙгә ярҙам ҡулы һуҙһа, көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеү еңелерәк буласаҡ.

Руслан Шакиров, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Иглин районы буйынса ойошмаһы рәйесе

Флорида Ким