Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек Республика кимәлендә ҡаралды

Юбилей алдынан төҙөләсәк объекттар, уларҙы финанслау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, пландар ҙур, әммә  ваҡыт  аҙ ҡалып бара. Шуға һәр объект буйынса аныҡ план кәрәк. Өфөлә Евразия  китапханаһы, Көрәш үҙәге, Һуғыш ветерандары госпитале, математика лицей-интернаты, Фехтование үҙәге төҙөлә, шулай уҡ урамдарға реконструкция көтөлә. Республика баш ҡалаһы 450 йыллығын 2024 йылда билдәләй.