"Берҙәм Рәсәй" партияһының төп проекты - коронавирус пандемияһы ваҡытында кешеләргә ярҙам итеү

Фирҡәнең Республика бүлексәһе етәксеһе, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Бөгөн Мәскәүҙә "Берҙәм Рәсәй" партияһы съезы уҙғарыла. Ул фирҡәнең 20 йыллығына бағышлана. Йыйында Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, коронавирус менән көрәш ваҡытында "Берҙәм Рәсәй" иң беренсе булып халыҡҡа реаль ярҙам күрһәтте. Партия бындай эште артабан дауам итәсәк, тине Радий Хәбиров. Бөгөн  "Берҙәм  Рәсәй" съезында  ил башлығы  Владимир Путин  сығыш яһаны.