Өфөләге лицейға Бәшир Рәмиев исемен бирергә тәҡдим итәләр

Республика Башлығы Радий Хәбиров  Өфөләге  математика лицейына исем биреү буйынса халыҡ фекере менән ҡыҙыҡһына. Был турала ул социаль селтәрҙә яҙа. Математика лицейына Бәшир Искәндәр улы Рәмиев исемен биреү тураһында тәҡдим булды. Шуға халыҡ фекерен дә белергә теләйем тине ул. Бәшир Рәмиев 1918 йылда Баймаҡ районында тыуа. Оҙаҡ йылдар Пензала йәшәй. Математик машиналар фәнни-тикшеренеү институтында эшләй.