Ғәҙәттән тыш хәл бөгөн Стәрлебаш районында теркәлгән. Эске эштәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, хоҡуҡ һаҡсылары енәйәттә ғәйепләнеүсене ҡулға алыу өсөн Аҡ Шишмә ауылына килгән булған. Әммә ул үҙенең иптәше менән ҡаршылыҡ күрһәтә. Ирҙәрҙең береһе участковыйҙың табель ҡоралын тартып алып ут аса.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПолиция хеҙмәткәренең яурыны һәм аяғы йәрәхәтләнә. Табиптар уның хәле тотороҡлы ауыр тип баһалай. Әле хоҡуҡ һаҡсылары ваҡиға урынынан ҡасыусыларҙы эҙләй. Уларҙың автомобиле күрше Федоровка районында табылған. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.