Өфө районының Зубов ауылындағы ковид-госпиталгә экскурсиялар ойошторола башланы

«Ҡыҙыл зона» буйлап сәйәхәткә саҡырыуҙы вакцинацияға ҡаршы кешеләр ала. Шикләнеүселәрҙе һаҡлаусы костюмдарҙа реанимацияға индерәләр, улар үҙ күҙҙәре менән ваҡытында прививка яһатмауҙың эҙемтәләрен күреү мөмкинелегенә эйә. Экскурсия барышы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шикләнәһең икән, «Ҡыҙыл зона»ға ишек асыҡ. Журналист Светлана Ғәфүрованан тыш, ковид-госпиталгә ойошторолған экскурсияға Коммунистар партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Юнир Ҡотлоғужин да саҡырылды. Депутат булараҡ халыҡ менән тығыҙ эшләүенә ҡарамаҫтан, ул да прививка яһатырға ашыҡмай. Әлегә организмында антиматдәләр кимәле юғары булыуын билдәләй.

Рәсәйҙә коронавирусҡа ҡаршы вакцинация мәжбүри түгел. Һәр кемдең теләге буйынса башҡарыла. Коллектив иммунитет булдырыуҙа мотлаҡ үтәлергә тейеш процедура. Юғиһә, сирҙе йоҡтороу хәүефе юғары. Өфөнөң Зубов ауылындағы ковид-госпиталдә бөгөн ике йөҙҙән ашыу пациент дауалана, уларҙың 27-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Ауыр хәлдәгеләрҙең береһе лә прививка ҡаҙатмаған булыуы билдәле.

Экскурсияға килеүселәр үҙҙәре үк һаҡлаусы костюмдарҙа йөрөүҙең ни тиклем ауыр булыуына инанды. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров вакцинация өсөн сығыш яһай, маҡсаты бындай сәфәрҙәр ойоштороп, шикләнеүселәрҙең уйҙарын селпәрәмә килтереү. Ҡыҙыл зонала уҙғарылған оҙайлы дискуссиялар һөҙөмтәһеҙ үтмәҫ тип көтөлә.

Йәмғиәттә сәләмәт тормошҡа илткән ышанысты арттырырға кәрәк. Ошо маҡсатта вакцинацияның һөҙөмтәлелегенә шикләнеүселәр өсөн эксурсияларҙы айына ике тапҡыр уҙғарыу планлаштырыла.

Гөлназ Хәйбуллина