Ишембай үҙәк район дауаханаһы 28 ноутбук менән тәьмин ителде

Заман техникалары Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә Берҙәм һанлы контур булдырыу программаһы сиктәрендә тапшырылған. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Фельдшер Рәшиҙә Килмөхәмәтова егерме йылдан ашыу һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй. Ишембай районы Скворчиха ауылындағы медицина пунктында ярты меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерә. Былтыр ғына сафҡа индерелгән заманса фапта эшләү үҙе бер бәхет булыуын билдәләй. Хәҙер кабинетта стационар телефон һәм хатта, интернет та бар.

Хәҙер Ишембай районындағы барлыҡ фельдшер-акушерлыҡ пунктары ла Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына тоташтырылған. Документ әйләнешендә ыңғай үҙгәрештәр. Пациенттарҙың электрон медицина карталары тултырыла, махсус программа ярҙамында  уларҙы поликлиника табиптарына күренеүгә яҙҙырырға мөмкин.

Шулай уҡ анализ һөҙөмтәләрен алырға ҡалаға йөрөргә кәрәкмәй. Барлыҡ мәғлүмәт компьютерҙа теркәлә. Скворчихала йәшәүселәр билдәләүенсә, ФАП-та процедуралар үтеү өсөн дә барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған.

Скворчиха ауылында коронавирусҡа ҡаршы вакцинация темптары ла юғары. Бөгөн урындағы халыҡтың 85 проценты прививка яһатып, сәләмәтлеген яҡшыртҡан.

Гөлназ Хәйбуллина