Эшҡыуарға матәм бүләге. Өфө районында йәшәүсе йүнселгә телефон аша янауҙар, сәйер бүләктәр яуа. Йыл башынан дауам иткән хәүефле хәлдән һуң ул хоҡуҡ һағындағыларға мөрәжәғәт итә. Әммә мәсьәлә асыҡ ҡала. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАнтон Кузнецовтың бындай сәйер бүләктәрҙән тамағына төйөр тығыла. Йыл башынан бирле эшҡыуар ниндәй генә матәм әйбере алмаған. Ғаилә ағзаларына ла ебәрелгәндәре бар. Бигерәк тә фото беркетелеп, исемләп яҙылған һуңғы ҡара таҫмалы венок Кузнецовтарҙы бөтөнләй шомға һалған.
Хәүеф менән янаған шылтыратыуҙарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Тәүҙә предприятиенан ситләшеү тураһындағы килешеү эшҡыуарҙың тыуған көнөндә килә, унан һуң бындай янауҙар ғаилә ағзаларының ғүмер байрамында ла ҡабатлана.
Был фото яғыулыҡ ҡойоу станцияһында төшөрөлгән, быныһы кибеттәге, йорт подъезы, хатта балалар баҡсаһындағыһы ла бар. Был ҡырын эштең осон йүнсел судлашып йөрөгән элекке партнерҙарына бәйләй. Ирҙең сәнәғәт ҡоролмалары етештергән үҙ предприятиеһы бар. Барыһы ла Санкт-Петербургтан 100 миллион һумлыҡ заказ биреүҙән башлана.
Сентябрҙә эшҡыуар эҙәрлекләүҙәре тураһында белгәс тә полицияға мөрәжәғәт итә. Әммә, енәйәти нигеҙ булмағанлыҡтан енәйәт эше ҡуҙғатылмай. Һуңғы янауҙан һуң, Антон Кузнецов йәнә хоҡуҡ һағындағыларға ғариза яҙа.
Был хәлде Башҡортостан эшҡыуарҙары хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле контролгә алған. Уның фекеренсә, был тәүге осраҡ түгел.
Төрлө яҡлы янауҙарға бәйле, эшҡыуарҙың эше лә алға бармай. Предприятиеға ҡарата килгән ялыуҙарҙан төрлө инстанция тикшереүҙәренән тынмай. Йүнсел әйтеүенсә, бөгөн ул көрсөк хәлендә. Унан бигерәк, матәм бүләктәре тормошҡа ашмаҫ элек, хоҡуҡ һағындағыларҙың эште тиҙләтеүенә ышана.
Азат Ғәлиуллин