«Кино фонды» конкурсында еңеү яулау һөҙөмтәһе

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында «Бөркөт» тип исемләнгән илле урынлыҡ яңы кинозал асылды. Төҙөлөш эштәренә биш миллион һум аҡса бүленгәйне. Кинозалға килгән тәүге тамашасылар анимация фильмын ҡараны.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ә тиҙҙән Башҡортостан, Рәсәй, сит илдәрҙә төшөрөлгән кинокартиналар ҙа күрһәтеләсәк. Быға тиклем урындағы халыҡ теге йәки был фильмдың премьераһын ҡарарға күрше ҡалаларға йөрөһә, хәҙер милли кинематография менән урында танышырға  мөмкин.

Гөлназ Хәйбуллина