«Күңел күҙе» халыҡ театрында премьера

 50 йылға яҡын эшләп килгән ижади коллектив был юлы тамашасыларға Ркаил Зәйдулланың әҫәре буйынса ҡуйылған «Кәләш эҙләйем» спектаклен тәҡдим итә. Уны сәхнәгә Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов ҡуйған. Актерҙар бөтәһе лә күреү һәләтен юғалтҡан йәки насар күргән кешеләр, әммә был дәртләнеп ижад итеү өсөн кәртә түгел. Премьерала БЮТ каналының ижади төркөмө лә булды. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

«Кәләш эҙләйем» спектакленең йөкмәткеһе ҡатмарлы түгел. Әммә сәхнә әҫәрендә әлеге заманға  хас көнүҙәк проблемалар күтәрелгән, ғаилә мөнсәбәттәре, мираҫ бүлеү һәм башҡалар. Гөлзифа Ишемғолова әйтеүенсә, һәр башҡарыусы үҙ роленә  ентекле әҙерләнгән. Ул үҙе спекталгә бәлешкә тиклем бешереп алған.

Спектаклдә бөтәһе 8 артист ҡына ҡатнаша. Уларҙың күбеһе  был театрҙа 40 йылдан ашыу, саҡырғандарын көтөп кенә торабыҙ, ти сәхнә оҫталары.

Театрҙың етәксеһе – Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов. «Кәләш эҙләйем» спектаклен дә тап ул сәхнәләштергән. Венер Мөнир улы әйтеүенсә, сәхнә әҫәрҙәрен оҙаҡ һайлап алырға тура килә.

«Күңел күҙе» театры заманында тарихи «Луч» предприятиеһы тарафынан күреү һәләтен юғалтҡандар һәм насар күргәндәр өсөн асыла. Был коллектив йылдар дауамында яҙмыш һынауына дусар булған ижади күңелле кешеләр өсөн рух, дәрт сығанағы булып ҡала.  

«Кәләш эҙләйем» спектакле тамашасылар хөкөмөнә үткән йылда уҡ сығарылырға тейеш була. Әммә коронавирус пандемияһы менән бәйле премьера ваҡыты кисектерелә. Ижади коллектив сәхнә әҫәрен яңы йыл бүләге итеп тәҡдим итергә була.

Рәмзиә Кәримова