Ҡурайсы Юлай Ҡасимов Ҡаҙағстанда үткән конкурста еңеү яуланы

“Шабыт” ҡуя ҡанат. Билдәле ҡурайсы Юлай Ҡасимов Ҡаҙағстанда үткән халыҡ-ара конкурста еңеү яуланы. Эпидемиологик хәлгә бәйле, ярыш онлайн тәртиптә ойошторолған. “Бындай саралар ижадсы өсөн үтә лә мөһим. Үҙеңде күрһәтәһең, башҡаларҙы ҡарайһың. Бәйге – тәжрибә майҙансығы”, ти ҡурайсы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Юлай Ҡасимов “Мираҫ” ансамблендә эшләй. Быйыл уның “Саптар” тип аталған беренсе музыка альбомы сыҡты.