Хәйбулла районының Әҙел ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты ярҙамында Хәйбулла районы Әҙел ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инде. Заман талаптарына яуап биргән медицина учреждениеһы йөҙгә яҡын кешене хеҙмәтләндерәсәк.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бинала халыҡты ҡабул итеү, процедуралар үткәреү, хужалыҡ әйберҙәрен һаҡлауға айырым бүлмәләр ҡаралған. Тиҙҙән федераль сығанаҡтар иҫәбенә яңы медицина ҡорамалдары алынасаҡ. Район хакимиәте етәкселеге билдәләүенсә, йыл аҙағына тиклем Аҡназар, Маҡан һәм Федоровка ауылдарында ла ФАП төҙөлөшө башлана. Әҙелдәге медицина пунктына килгәндә, объекттың асылыуы урындағы халыҡ өсөн көтөп алынған ваҡиға.

Гөлназ Хәйбуллина