Ишембайҙа «Торатау моңо» республика конкурсы уҙҙы

Ишембай ҡалаһында «Торатау моңо» тип исемләнгән башҡорт хор һәм вокал ансамблдәренең 3-сө асыҡ республика фестиваль-конкурсы үтте. Коронавирусҡа ҡаршы сикләүҙәр индерелеүгә бәйле, быйыл ул онлайн-форматта ойошторолдо.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республиканың үҙешмәкәр коллективтары сәхнәләге сығыштарын видеоға төшөрөп ебәрҙе. Бәйге талаптарына ярашлы, һәр ансамбль мотлаҡ ике композиция: башҡорт композиторы әҫәрен һәм халыҡ йырын башҡарырға тейеш ине. Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, йылдан-йыл ҡатнашыусылар географияһы киңәйә.

«Торатау моңо» бәйгеһе йыр-моң һөйөүселәрҙе бергә туплап, Башҡортостан сәнғәтендә яңы исемдәр асты. Хор коллективтары араһында 1-се урынға Миәкә районының башҡорт халыҡ хоры лайыҡ булһа, вокал буйынса Ишембай районының «Маҡар ынйылары» ансамбле еңеү яуланы.

Гөлназ Хәйбуллина